Родной башкирский )язык 5-9 кл

5-9 кластар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса эш программаһына аннотация 5-9 кластар өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса эш программаһы түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө: 1. “Мәғариф тураһында”ғы Закон”, 29.12.2012 йыл, Пр. № 273-ФЗ; 2. “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы, 15.02.1999 йыл, № 216-Зз (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән); 3. “Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһы”, 31.12.2009 йыл, УП – 730; 4. “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттары”, 06.10.2009 йыл, Пр.№373; 5. Дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары; 6. Имәндәш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы; Уҡыу фәненең дөйөм характеристикаһы “Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Әҙәбиәт” фәне “Башҡорт теле” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә. “Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә. Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер – береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора: I этап – башланғыс кластарҙа әҙәбиәт уҡытыу. Был кластарҙа программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү уҡыусылраҙың аңлы уҡыу, яҙыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея – эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйләп алып барыла. II этап – 5 – 9–сы кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү. Был этапта айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.Хочу такой сайт

Башҡорт теленән 5-9 кл. өсөн эш программаһы Документ подписан электронной подписью Серийный номер 323345818813549925348293945354967287176906039488 Директор/Заведующий Рахматуллина Тансулпан Фаритовна Дата подписания документа 12.11.2023 11:10:21 (скачать) (посмотреть) (текст документа)
Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».