Родная ( башкирская )литература

Башҡорт әҙәбиәтенән эш программаларына аннотация.

 

   Дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса программа дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең  фундаменталь үҙәге (ядроһы) һәм икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.

 

                Маҡсат һәм белем һөҙөмтәләре бер нисә кимәлдә бирелә - шәхес, метапредмет һәм предмет йүнәлешендә. Үҙенең сиратында предмет һөҙөмтәләре кеше эшмәкәрлегенең төп сфераларына ярашлы күрһәтелә: танып белеү, ҡиммәт ориентацияһы, хеҙмәт, физик, эстетик тәрбиә.

Дәреслектәр.

 әҙәбиәт. Урта мәктәптең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М. Х. Хочу такой сайт

Иҙелбаев,     Ә.М.Сөләймәнов.- Өфө: Китап, 2007.

Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М. Х.

Иҙелбаев,     Ә.М.Сөләймәнов.- Өфө: Китап, 2008.

 Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов.- Өфө: Китап, 2008.

 Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек- хрестоматия/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов.- Өфө: Китап, 2009. Дәреслек: Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 9-сы класс  уҡыусылары өсөн дәреслек-/ М.Ғ.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов - Өфө: Китап, 2009.Хочу такой сайт

Төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:

1.                 Уҡыусының башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири итеп, етеҙ уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға иркен һөйләшеүенә ирешеү.

2.                 Балаларҙы дөйөм башҡорт әҙәбиәте, халыҡ иҗады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу, күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәрен үҙләштереүҙәренә ирешеү.

3.                 Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша уҡыусыларҙа Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү. Шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.

Был бурыстар, айырым-айырым күрһәтелһәләр ҙә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгәндәр. Улар берҙәм уҡыу-уҡытыу процесында ғәмәлгә ашырылалар, сөнки дәрестә белем биреү, шәхес формалаштырыу бергә бәйләп алып барыла.

Программаға әҫәрҙәр киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфҡәтле, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы, кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәғәттәрен яҡларҙай кеше итеп тәрбиәләү бурыстарын күҙ алдында тотоп һайланды.

Календарь-тематик пландың эстәлеген мәктәптә үҙләштерелергә, камилләштерелергә тейешле дөйөм күнекмәләр, башҡорт әҙәбиәте  курсы буйынса махсус белем һәм күнегеүҙәр тәшкил итә.

Башҡорт әҙәбиәтенән 5-9 кл. өсөн эш программаһы Документ подписан электронной подписью Серийный номер 323345818813549925348293945354967287176906039488 Директор/Заведующий Рахматуллина Тансулпан Фаритовна Дата подписания документа 12.11.2023 11:10:25 (скачать) (посмотреть) (текст документа)
Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».